«Башҡортостанда был жанр ныҡ таралмаған. Беренсе тапҡыр мин уның менән Башҡорт дәүләт университетында уҡыған саҡта таныштым. Ул ваҡытта беҙ студенттарҙың «Йәнгүзәл» фольклор ансамбле менән ғалим-фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов һәм балетмейстер Лидия Ислам ҡыҙы Нагаева етәкселегендә «Башҡорт туйы» театрлаштырылған тамашаһын ҡуйҙыҡ. Тәүгә ишеткәс тә сеңләү күңелемдең аҫтын-өҫкә килтерҙе, күҙ йәшемде саҡ тыйып торҙом. Көйө һәм һүҙҙәре ябай булһа ла, текстың эске йөкмәткеһе тәрән кисерештәр менән тулы. Сөнки туғандары, тыуған йорто менән хушлашҡанда сеңләүҙе башҡарған ҡыҙ яңы тормошҡа аяҡ баҫа. Ул алда үҙен нимә көткәнен белмәй, тулҡынланыуҙарын, ҡайғы-хәсрәттәрен, ҡурҡыуҙарын сеңләүгә һала. Шул рәүешле ҡыҙ яңы урында ғазапланмаҫ өсөн илап күңелен бушатырға тейеш булғандыр тип уйлайым», – ти Сәйҙә Ильясова.