«Мин инде 75 йыл бейейем! Бәләкәй саҡта ҡарарға бара торғайным, ә һуңынан үҙем парға баҫтым. Ғәҙәттә Сурхури өсөн киске уйынға бер өй һайлайҙар, уны тәртипкә килтерәләр, таҙарталар. Хәҙер ундай өйҙө табыуы ҡыйыныраҡ, хужабикәләр өйҙәрен ҡуртымға бирмәй, шулай булыуға ҡарамаҫтан, йыл һайын был йоланы башҡарабыҙ», ‒ ти Мария Яковлева.