«Башҡорт биҙәүестәре һәр ваҡыт «сыңы» менән айырылып торған. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәренең иң сағыу үҙенсәлегелер, моғайын. Тәңкәле беләҙектәр, йөҙөктәр, һырғалар, «сыңлы суҡ» менән биҙәлгән түшелдеректәр барлығы билдәле. Уларҙың барыһы ла көмөштән яһалған, шул иҫәптән тәңкәләр ҙә көмөш, шуға күрә сың яһалма түгел, ысын булған. Өҫ кейеме булған еләнгә тегелгән күп һанлы суҡтарҙы ла биҙәүестәргә индерергә була. Улар ҙа сыңлап торған. Әйтергә кәрәк, байрам кейемен күҙ уңында тотҡанда, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарында биҙәүестәр байтаҡ ҡына булған, йәғни «әҙ ҙә түгел, күп тә түгел». Йөҙөк, беләҙек, мунсаҡ, алҡа, төйрәмес һәм башҡа бик күп биҙәүестәр баш һәм түш биҙәүестәре менән, шулай уҡ кейемдәге көмөш суҡтар менән тап килеп торған. Мәҫәлән, ҡашмауға алғы яҡтан беркетелгән аҡыҡлы бай көмөш суҡтар һырғаларҙы алыштырған. Баштарын ҡапламаҫҡа рөхсәт ителгән бәләкәй ҡыҙҙарҙың ҡолағын ябай алҡа менән биҙәгәндәр, а толомдарына суҡлы таҫмалар үргәндәр, улар таштар менән биҙәлгән ҙур һырғаларҙы хәтерләтеп торған.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан биҙәүесе аҡыҡ һәм фирүзә менән биҙәлгән, киң йәки тар, тәңкәле йәки изге Ҡөрьәндән доғалар яҙылған көмөш беләҙектәр булған. Ҡулдарын һәр ваҡыт биҙәп йөрөткәндәр. Башҡорт йәмғиәтендә биҙәүестәрҙең социаль билдәләре тураһында өҙөп кенә әйтеүе ҡыйын. Мәсьәлә бер яҡлы ғына түгел. Нимә тураһында һүҙ йөрөтөүебеҙҙе аныҡларға кәрәк. Әгәр ҙә тәңкәнән һәм мәрйендән яһалған түшелдерек, баш кейемдәре, арҡалыҡтар тураһында һүҙ бара икән – был үҙенә бер тема. Бында күп нәмә тураһында һөйләргә була, мәҫәлән, социаль регламентация тураһында. Атап әйткәндә, ҡашмауҙы – кейәүҙә булған ҡатындар, ә таҡыяны ҡыҙҙар кейгән. Көмөш һәм таштарҙан яһалған биҙәүестәргә килгәндә (беләҙектәр, йөҙөктәр, алҡалар), улар, моғайын, күбеһенсә етешлек күрһәткесе булып торғандыр. Әйткәндәй, башҡорт ғаиләләрендә кейәүгә сығырлыҡ йәшкә еткән ҡыҙҙарға ҙур иғтибар бирелгән. Ата-әсә еткән ҡыҙҙарының кейеме, бигерәк тә байрамдарға кейеп сыҡҡан кейеме, бай, сағыу булһын өсөн тырышҡан. Сөнки ҡыҙ кейем аша үҙенең кейем тегеү оҫталығын да, ғаиләһенең байлығын да күрһәткән».