И. Г. Георги башҡорт ҡымыҙы тураһында бына нимә тигән: «Әйткәндәй, әсетеп әҙерләнгән шул тиклем тәмле, шул ҡәҙәр файҙалы ҡымыҙ туҡланыу өсөн яраҡлы эсемлек кенә түгел, ул, бәлки, башҡорттарға һау-сәләмәт, күтәренке күңелле, алһыу ғына йөҙлө, көслө, бәһлеүән кешеләр булырға ярҙам итә...»