Башҡорттарҙың үҙағастан, ағас ороһонан, тамырҙан, туҙҙан, йүкәнән, сыбыҡтан һәм ҡабыҡтан яһалған кәрәк-яраҡтары бик матур һәм күп төрлө. Башҡорттар уларҙы аш бүлмәһендә, ризыҡ һаҡлау өсөн, күсереп йөрөткәндә һауыт-һаба сифатында ҡулланған.
Ағас һауыт-һаба бигерәк тә Башҡортостандың таулы-урманлы райондарында күпләп етештерелгән. Башҡортостандың тау-урманлы райондарында хужалыҡта ҡайын, ҡарама һәм йүкә ҡабығынан һәм ҡайырынан яһалған әйберҙәрҙе киң ҡулланғандар.