Балсыҡ баҫайыҡ әле,
Өйҙө һылайыҡ әле.
Фәрештәләр «амин» тиһен,
Эште башлайыҡ әле.
Балсыҡ баҫып, һыу ҡоябыҙ,
Һаламын да өҫтәйбеҙ.
Эше генә булып торһон,
Ең һыҙғанып эшләйбеҙ.
Өй һылайбыҙ йырлай-йырлай,
Өйөгөҙ йылы булһын.
Беҙ һылаған өй эсенә шатлыҡтар ғына тулһын.
Өй һылайбыҙ, өй һылайбыҙ,
Өй һылау – еңел түгел,