«Хәҙер беҙ ата-бабаларыбыҙға газһыҙ нисек ауырға тура килгәнен күҙ алдыбыҙға ла килтермәйбеҙ. Йортто йылытыу, ашарға бешереү – ниндәй ҙур эш. Шуға ҡарамаҫтан, кешеләр һәр саҡ бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙған, үтенесте кире ҡаҡмаған, дуҫ йәшәгән. Тиҙәктән яғыулыҡ әҙерләү өсөн өмә ойошторғандар, был эшкә яңғыҙ тотонмағандар, – тип һөйләне «Ағинәй» ҡатын-ҡыҙҙар клубы етәксеһе Рәмилә Таймаҫова. – Бала саҡта беҙ ата-әсәйебеҙгә ошондай яғыулыҡ әҙерләргә ярҙам итә инек. Бик күңелле эш түгел, әлбиттә, ләкин тиҙәк беҙҙе ҡотҡара торғайны. Бөгөн дә кәрәк булған осраҡта матди сығым талап итмәгән яғыулыҡты файҙаланырға мөмкин».