1971 йыл
М. Сәғитов
Аҡһаҡ ҡола хаҡындағы эпосты 1971 йылда «Биш ҡолон» («Пять жеребят») исеме аҫтында уҡытыусы-пенсионер Зәйнәп Зөбәйерованан Мөхтәр Сәғитов яҙып ала. Бында иһә, айғырҙың сюжетынан тыш, бөтөнләй башҡа төрлө ваҡиғалар һәм геройҙар ҡатнашлығы һүрәтләнә.
Аҡһаҡ ҡола Уралды ташлап китергә теләмәй, ә Йәноҙаҡҡа (өйөрҙө ҡыуып килгән егеткә) тыуған ҡырҙарына – Туҡсоранға ҡайтырға кәрәк. Аҡһаҡалдың аҡыллы кәңәшенә һәм нәсихәттәренә таянып, Йәноҙаҡ Уралда ҡалырға хәл итә. Эпостың был варианты тыуған илгә һөйөү, йәнтөйәккә тоғролоҡ идеяһы менән һуғарылған.